понедельник, 17 декабря 2012 г.

Референдумдың тәүге этабында мысырлылар конституция проектын яҡланы.



 Мысырҙа яңы конституция проекты буйынса референдумда илдәге һайлаусыларҙың әҙ өлөшө ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, тәүге этап һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ҡалған 17 провинция 22 декабрҙә тауыш бирәсәк.

“Мосолман туғандар”ҙың белдереүе буйынса, шәмбе көн һайлау участкаларына килгән мысырлыларҙың 59 проценты конституция проектын ыңғай баһалаған.

Был һөҙөмтәләргә ышанырға мөмкин булған хәлдә лә, конституцияны ҡабул итергә кәрәк тигән һүҙ түгел әле был, сөнки һайлаусыларҙың 40 проценты документ проектын яҡлауҙан баш тартты,-”ти Ҡаһирәлә йәшәүсе кеше.

Мысыр баш ҡалаһында һәм ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында торған Александрияла күпселек конституцияға ҡаршы тауыш бирҙе.

Референдум барышында күп кенә етешһеҙлектәр теркәлде. Был факттар буйынса 1500 протокол төҙөлдө.

Ҡаһирәлә тауыш биреү тамамланғас, билдәһеҙ кешеләр оппозициялағы фирҡәнең “Вафд” гәзите офисына ҡулдан яһалған бомбалар һәм таштар атты. Баҫманың редакторы белдереүенсә, гәзитте ҡыйратыуҙы туҡтатыу өсөн, полиция бер ниндәй ҙә саралар күрмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий