Италия Альптарындағы
Чермис курортында йома кис 8 рәсәйле
ҡаргиҙәрҙә һәләкәткә осраған. 6 кеше һәләк булған, икәүһе хәстәханала ауыр
хәлдә. Һәләк булғандарҙың бишәүһе һәм иҫән ҡалған бер кеше Краснодарҙан
килеүселәр, улар Италияла путевка буйынса ял иткән. Йәнә икәүһе илдә туризм хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә эшләгән.
Тәүге тәфтиш
һөҙөмтәләре буйынса, фажиғә хәүефле таулы ерҙә тиҙлекте арттырыу арҡаһында
килеп сыҡҡан, тип хәбәр итә ИТАР-ТАСС. Транспорт сараһының төҙөк булмауы ла
ихтимал, тип иҫәпләйҙәр.
Туристар төркөмө һөйрәткеле
моторлы ҡаргиҙәрҙә бейек тауҙағы ресторандан ҡунаҡханаға ҡайтып барған.
Ҡаргиҙәр кәртә сигенә сыға һәм 100 метр бейеклектән ҡолай. Фажиғәнең сәбәптәрен
тикшереү дауам итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий