“Урыҫ француздары”исемлеге
артыуы ихтимал: билдәле француз актрисаһы Брижит Бардо Рәсәй гражданлығын алыуы
менән янаны. Жерар Депардьенан айырмалы рәүештә, уны һалымдарҙың юғарылығы
түгел, ә хайуандарға мөнәсәбәт асыуландырҙы.
“Һәм Хоҙай ҡатынды
барлыҡҡа килтергән”, “Бабетта һуғышҡа бара” фильмдарының йондоҙон Непал һәм
Бэйби- Лион зоопаркында йәшәгән ике инә филдең яҙмышы борсой. Хайуандар кешегә
йоғошло туберкулез менән ауырый. Ауырыуҙан өсөнсө фил һәләк булғандан һуң, 2012
йылдың аҙағында суд хайуандарҙан ҡотолорға ҡарар итте.
“Әгәр власть башында
тороусылар оятһыҙ рәүештә Бэйби һәм Непалды үлтерһәләр, мин хайуандар зыяратына
әйләнгән был илдән ҡасыу өсөн, Рәсәй паспортын һораясаҡмын,-”тиелә Брижит Бардо
фонды тапшырған “Франс-пресс”агенствоһы
коммюникеһендә.
Кино йондоҙо
хайуандарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшеүе менән күптән танылыу алған. Был көрәш бик
үҙенсәлекле, ҡайһы саҡ ул сексуаль һәм дини әҙселекте тәшкил итеүселәрҙе лә
мыҫҡыллап ҡуя.
Бардоның Рәсәйҙе
һайлауы Жерар Депардьеға гражданлыҡ биреү һәм уның Рәсәй журналистарына асыҡ
хаты менән бәйләнмәгән. 2011 декабрь аҙағында Бардо “үҙенең иң яратҡан
премьер-министрына”-Владимир Путинға- Гренланд тюлене тиреләрен һатыуҙы тыйғаны
өсөн рәхмәт белдергәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий