четверг, 10 января 2013 г.

Рухани-педофилдар арҡаһында ғауға: эксперттар сиркәүгә ярай алманы.




Германияла тәфтишселәрҙең руханиҙар менән конфликты арҡаһында,  педофилияла  ғәйепләүҙәрҙе тикшереү туҡтатылған.

Немец католик сиркәүе белдереүенсә, Түбәнге Саксония федераль ере Криминология фәнни- тикшеренеү институты менән килешеүҙе өҙөргә тура килгән, сөнки руханиҙарға институт директорының мөнәсәбәте оҡшамаған һәм уға ышаныс бөткән:

“Беҙ был проектты туҡтатмайбыҙ. Католик сиркәү стеналары артында балаларҙы енси көсләү осраҡтарын тикшереү институт ярҙамындамы, унһыҙмы мотлаҡ дауам итәсәк. Беҙ институт директоры Кристиан Пфайффер менән генә эште өҙәбеҙ,-”тип белдерҙе немец епископтары конференцияһы вәкиле Маттиас Копп.
Үҙ сиратында, Криминалистика интитуты етәксеһе сиркәүҙе цензурала, тәфтишселәрҙең эшенә ҡыҫылыуҙа ғәйепләй:
“Проект католик сиркәүенең тикшереү барышын контролдә тоторға маташыуы арҡаһында өҙөлдө. Беҙҙән яңы контракт төҙөүебеҙҙе һоранылар, уның буйынса, әгәр яҙғандарыбыҙ сиркәүгә оҡшамаһа, беҙ ул материалдарҙы баҫтырып сығара алмаҫ инек.”
Пфайферҙың белдереүенсә, тикшереү үткәреүҙе ул үҙаллы башҡарырға ниәтләй һәм сиркәүҙән зыян күреүселәрҙән үҙе менән бәйләнеш булдырыуҙы һорай.
Норберт Денефты бала сағында рухани- педофил көсләгән, бөгөн ул үҙе һымаҡ ҡорбандарҙы берләштереүсе ойошма менән етәкселек итә. Уның һүҙҙәре буйынса, сиркәүҙең эшмәкәрлеген мафия эшмәкәрлеге менән сағыштырып була:
 “Был енәйәттәрҙе тикшереү ирекле, буйһонмаусан булырға тейеш,-“тип иҫәпләй ул.
Криминология институты ҡатнашлығында Германия католик сиркәүендәге педофилия осраҡтарын тикшереү 2011 йылда, ғәйепләүҙәр артыҡ күбәйеп киткәс башланды.



Комментариев нет:

Отправить комментарий