Ноябрь аҙағына, “Евростат”хеҙмәте
мәғлүмәттәре буйынса, еврозоналағы эшһеҙлек 18 йыл эсендәге иң юғары кимәлгә- 11,8
процентҡа етте. 2011 йылдың ноябре менән сағыштырғанда ул 1,2 процентҡа артҡан.
Евроберләшмә илдәрендә 26 миллион кеше эшһеҙ- был хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 10,7
процентын тәшкил итә.
Аналитиктар хәлдәрҙең шулай булаһын
көткәйне: Европала иҡтисадтың түбәнәйеүе күҙәтелә һәм ул быйыл да дауам итәсәк.
“Финанс-иҡтисади көрсөк һәм рецессия
арҡаһында, Европала эшһеҙлек һуңғы ике тиҫтә йыл эсендәге күрелмәгән кимәлгә
етте, йәмғиәттәге социаль хәл дә насарая бара,-”тип аңлатты был һандарҙы
Европаның социаль сәйәсәт буйынса комиссары Ласло Андор.
Комментариев нет:
Отправить комментарий