вторник, 15 января 2013 г.

Азатлыҡ утрауы граждандары күсеп йөрөү хоҡуғына эйә булды.



Һуңғы ярты быуат эсендә тәүге тапҡыр кубалылар, властарҙан махсус рөхсәт алмайынса, сит илгә барыу мөмкинлеген алды. 14 ғинуарҙан Кубала миграцион ҡануниәттәге үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер илдән китеү өсөн, сит ил паспорты, авиабилет һәм турист барырға ниәтләгән дәүләттең визаһы ғына кәрәк.

“Элекке ауыр, оҙайлы процесс, рөхсәт алыуҙар, виза көтөүҙәр, аҡса, ваҡыт сарыф итеүҙәр менән сағыштырырлыҡ түгел, бар йәһәттән дә отошло,-”ти кешеләр.

Яңы ҡағиҙәләр документтарҙы рәсмиләштереүгә киткән сығымдарҙы байтаҡҡа кәметә. Элек бының өсөн йөҙҙәрсә евро түгергә тура килә ине. Үҙгәрештәрҙе Кубала көтөп алдылар. Сәйәхәт итер, донъя күрер өсөн генә түгел, туғанлыҡ ептәрен яңынан бәйләр өсөн дә. Мәҫәлән, 15 йәшлек Суани атаһы йәшәгән Ҡушма Штаттарға йыйына:

“10 йыл күрмәгән атайымды күрергә иҫәп, был минең тәүге сәйәхәтем. Ул көндө көтөп ала алмайым. Атайымда бер нисә йыл йәшәргә, уҡырға ниәтләйем, киләсәгем өсөн ҙур мөмкинлектәр асылыр, тип өмөтләнәм.”

Әйтергә кәрәк, илдән сығыуға ҡайһы бер граждандар өсөн сикләүҙәр бар: бындайҙарға етәксе пост биләгән юғары квалификациялы белгестәр, спортсылар һәм хәрбиҙәр инә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий