понедельник, 14 января 2013 г.

Пекиндың “тыны ҡыҫыла.”



Пекинда һауаның бысраныуы менән көрәшәләр. Уның бысраныу кимәле сиктән ашҡан. Ҡытай баш ҡалаһында тын алыу шул ҡәҙәр хәүефле, хатта кешеләргә урамға сыҡмаҫҡа, сыҡҡан хәлдә лә битлек кейеп йөрөргә кәңәш бирәләр. Һауаның бысраныуы арҡаһында, Пекин ҡара һөрөм менән ҡапланған. Аэропорттарҙа йыш ҡына рейстарҙы туҡтаталар, ҡала халҡы тын алыу юлдары ауырыуҙарынан йонсой. Көндәрҙең тын тороуы ла хәлде ҡатмарлаштыра.

“Миңә тын алыуы ауыр. Бөгөн саҡ ҡына еңелерәк. Беҙ ҡаланың көнсығышында йәшәйбеҙ, унда һауа ифрат бысраҡ. Бөгөн иртән тәҙрәне асҡанда бер нәмә лә күрерлек түгел ине. Ғаиләм өсөн борсолам, айырыуса руль артында ултырғандар өсөн хәүефләнәм,-”ти Пекинда йәшәүсе ҡатын.

Баш ҡала властары ҡалалағы атмосфераның бысраныуы хаҡында даими рәүештә мәғлүмәттәр баҫтырып тора, һауа ғәҙәттәгенән нығыраҡ бысранған көндәрҙә эре сәнәғәт предприятиелары эшен туҡтатып торорға мәжбүр.

“Үтә ла ныҡ бысраҡ көндәрҙә” был завод 6 производство линияһының өсөһөн туҡтатып торҙо,-”ти хөкүмәт вәкиле.

Киләсәктә һауаның бысраныуы менән көрәшеү өсөн, властар күмер электростанцияларын ябыуҙы, урамдарҙан иҫке таксиҙарҙы алыуҙы, ҡаланы туҙандан һаҡлау маҡсатында ағастар ултыртыуҙы планлаштыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий