понедельник, 14 января 2013 г.

Фәләстиндарҙы Иордан йылғаһының Көнбайыш ярындағы лагерҙан ҡыуҙылар.



Израиль именлек көстәре йәкшәмбегә ҡарай төндә фәләстиндарҙы “Баб әл -Шәмс”палаткалы лагерынан, Көнсығыш Иерусалим һәм Иордан йылғаһының Көнбайыш яры арауығындағы Е1 тип аталған зонанан ҡыуҙы. Лагерҙы был урында йәһүд ауылдары төҙөүгә ҡаршылыҡ йөҙөнән ойошторғайнылар. Лагерҙы ҡыуып таратырға премьер Биньямин Нетаньяху бойорған. Эвакуация операцияһы 1 сәғәткә һуҙылды. Фәләстиндар пассив ҡаршылыҡ күрһәтте: улар ергә ултырҙы һәм лагерҙан китеүҙән баш тартты.

Тәртип боҙоусыларға уларҙың бында булырға хоҡуҡтары юҡлығын аңлатыусы суд һәм хөкүмәт ҡарары тапшырылғас, операция  башланды,-”ти Израиль именлек көстәре вәкиле.

Фәләстинлыларҙың фекере буйынса, был территориялағы төҙөлөш эштәре  Фәләстин дәүләте төҙөүгә сик ҡуя.

Комментариев нет:

Отправить комментарий