Тиҫтәләрсә мең кеше
Париж урамдарына демонстрацияға сыҡты- был бер енесле никахтарҙы һәм уларға
тәрбиәгә балалар алыуҙы рөхсәт итеүсе закон проектына ҡаршы акция. “Бөтә төр никахтарҙы” ла законлаштырырға
Франсуа Олланд вәғәҙә иткәйне. Католиктар, мосолмандар, консерваторҙар, хатта бер енесле мөнәсәбәттәр яҡлы булған ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә быға ҡаршы.
Демонстрацияла
ҡатнашыусылар һөйләй:
“Ике иргә, ике ҡатынға
никахҡа инеү өсөн сәбәп күрмәйем. 10 йыл элек үк граждандар никахы хаҡында
закон барлыҡҡа килде. Бында бер нәмәне лә үҙгәртергә кәрәкмәй”.
“Никахтарға ҡаршы
түгелмен, тик мине балаларҙы тәрбиәгә алыу мәсьәләһе борсой. Балаларҙы алдауҙарын
теләмәйем. Миңә ҡалһа, баланың атаһы ла, әсәһе лә булырға тейеш- бала өсөн был
уғата мөһим.”
Һорашыу мәғлүмәттәре
буйынса, ғәҙәти булмаған никахтарҙы француздарҙың 60 проценты яҡлай, әммә
уларҙың яртыһынан күбе бындай парҙарға аҫрауға бала биреүҙе хупламай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий