понедельник, 14 января 2013 г.

Мәскәүҙә “әҙәм аҡтыҡтарын” сүпкә ташланылар.



Мәскәү әҙәм “аҡтыҡтарына ҡаршы марш” менән үтте- ошондай баш аҫтында баш ҡалала американлыларға Рәсәй етемдәрен аҫрауға алыуҙы тыйыусы Дима Яковлев”законына ҡаршы демонстрация булды. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, унда 9 мең кеше, ойоштороусылар иҫәбе буйынса, 50 мең кеше ҡатнашҡан.
Акцияла ҡатнашыусылар Магнитский законына ҡаршы булған депутаттарҙың портреттары менән плакаттар алып сыҡты. Аҙаҡ демонстрацияла ҡатнашыусылар уларҙы ҙур бер сүп-сар контейнерына ташланы. Закон инициаторҙарының береһе Екатерина Лахова маршты ҡарарға килде, әммә, өшөп, марштың башланғанын көтмәй ҡайтып китте.
Власть ни ҡылырға ла белмәй, ул хәҙер һуңғы уйын кәртен тартып сығарҙы- Америкаға ҡаршы тойғоларҙан файҙаланырға тырыша. Был кәрткә ул барыһын да ташлай, балаларҙы ла ташланы,-”ти маршта ҡатнашыусы.
Иҫәбе буйынса кәмерәк акция Санкт- Петербургта булды. Унда, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1 меңдән 2,5 меңгә ҡәҙәр халыҡ йыйылған. Башҡа ҡалаларҙа ла бәләкәйерәк акциялар уҙҙы.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй президенты Владимир Путин акция хаҡында белгән һәм Кремль үҙе лә етемдәр проблемаһы өсөн борсола.

Комментариев нет:

Отправить комментарий