Планлаштырылғандан бер нисә айға иртәрәк, быйылғы
йылдың яҙында уҡ Афғанстандағы халыҡ-ара контингент хәрби операциялар өсөн
яуаплылыҡты урындағы көс структураларына тапшырасаҡ. Был турала АҠШ президенты
Барак Обама афған коллегаһы Хәмит Карзай менән Аҡ йорттағы осрашыу ваҡытында
рәсми рәүештә белдерҙе. НАТО ғәскәрҙәрендә өҫтәмә функциялар ғына ҡаласаҡ:
“Әгәр кәрәк булһа, беҙҙең ғәскәрҙәр афғанлылар менән
бергә һуғышасаҡ, әммә асыҡ итеп шуны әйткем килә: яҙын беҙҙең һалдаттар афған
көстәрен өйрәтеү, кәңәш биреү, ярҙам итеү менән мәшғүл буласаҡ. Президент
Карзай миңә афған тыныслыҡ "юл картаһы”ндағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итте.
Беҙ бөгөн, һөйләшеүҙәрҙе еңеләйтеү өсөн, “Талибан”хәрәкәте вәкилдәре лә ул
процеста ҡатнашырға тейеш, тигән ҡарарға килдек.”
Хәмит Карзай йәнә шуны раҫланы: ғәскәрҙәрҙе сығарыу
власты тапшырыу процесына ҡамасауламаясаҡ-ул 2014 йылда, үҙенең вәкәләт срогы
тамамланыу менән, посын ҡалдырасаҡ:
“Мин отставкалағы президент, бәхетле президент
буласаҡмын.”
Вашингтон һәм Кабул “Талибан”хәрәкәтенең Катарҙа
үҙенең рәсми вәкиллеген асыуы менән ризалашты- был иһә туранан-тура тыныслыҡ
хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Элегерәк афған етәкселеге
быға ҡырҡа ҡаршы ине, хатта Катар менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү менән дә
янаны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий