пятница, 11 января 2013 г.

Японияла иҡтисадты дәртләндереүгә йүнәлтелгән масштаблы программа ҡабул ителде.



Япония хөкүмәте иҡтисадты дәртләндереүгә йүнәлтелгән 175 миллиард евро күләмендәге ил тарихындағы иң ҙур саралар пакетын раҫланы. Власть иенаның юғары курсынан, дефляциянан, экспорттың кәмеүеән зыян күргән иҡтисадҡа ошо рәүешле импульс бирергә ниәтләй.

“Финанс дисциплинаһының үтә лә мөһимлеген яҡшы аңлайым, мин беренсел балансты тергеҙергә тырышасаҡмы,-тип белдерҙе Япония премьер-министры Синдзо Абэ.-Әммә иҡтисади үҫештән башҡа Японияның яҡты киләсәгенә һәм беҙҙең финанстарҙы аяҡҡа баҫтырыуға өмөт юҡ.”

Программаны тормошҡа ашырыуға тәғәйенләнгән сығымдарҙың яртыһы дәүләт бюджетынан, икенсе яртыһы шәхси компаниялар һәм регион бюджеттарынан бүленәсәк. 35 миллиард евроны 2011 йылда ер тетрәүҙән зыян күргән райондарҙы аяҡҡа баҫтырыуға, траспорт инфраструктураһын модернизациялауға, 30 миллиард евроны Япония етештереүселәренә ярҙам рәүешендә бүлергә ниәтләйҙәр. Хөкүмәт был саралар ВВП-ны йылына 2 процентҡа арттырырға һәм 600 мең яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирер, тип өмөтләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий