пятница, 11 января 2013 г.

Иерусалим ҡар аҫтында ҡалды.



 Мәктәптәр ябыҡ. Йәмәғәт транспорты эшләмәй тиерлек. Иерусалимда һуңғы 20 йыл эсендәге иң күп ҡар яуҙы.

Ҡала үҙәгендәге ҡар ҡатламы 10 сантиметрҙан артып китте. Властар урындағы халыҡҡа һәм туристарға урамға бик сығып йөрөмәҫкә тәҡдим итә. Юлға сығырға йөрьәт иткән водителдәрҙе һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡыра. Юлдарҙың боҙланыуы сәбәпле Иерусалим- Тель- Авив шоссеһы ябылған.

Һауа торошо хаҡында хәбәрҙәр яңылыҡтарҙың иң көтөп алынған өлөшө.

Тәбиғәт ҡазаһы һалған зыян 60 миллион евроға барып еткән. Әйтергә кәрәк, ҡар яуыуҙы ҡайһы бер кешеләр именлек билдәһе итеп ҡабул итте.
Ҡар Ливан һәм Фәләстән автономияһының ҡайһы бер райондарында ла яуҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий