пятница, 11 января 2013 г.

Австралиялылар көндәрҙең һалҡынайыуын көтә.





Австралиялағы эҫелек яйлап ҡына кәмеүгә китте. Властар яңы урман янғындарына әҙерләнә.Һуңғы 40 йыл эсендәге иң эҫе көндәр дүшәмбелә булды, ҡайһы бер райондарҙа термометр бағанаһы 43 градусҡа ҡәҙәр күтәрелде. Янғын һүндереүселәр йөҙ иллеләп янғын усағын һүндереү менән мәшғүл. 130 мең гектарҙан ашыу урман ялҡын эсендә һәләк булды. Яңы Көньяҡ Уэльста һәм Тасманияла тиҫтәләрсә йорт янып бөттө.

“Иртәгә был районда температура 34 градус буласаҡ, төньяҡ еле көсәйәсәк- беҙ һәр көндө шулай ентекле әҙерлек менән ҡаршылайбыҙ.”

Ҡайһы бер региондарҙа эвакуация кәрәк буласағы хаҡында алдан уҡ иҫкәрттеләр. Ут кеше йәшәгән урындарға табан тиҙ шыуыша, ә райондарҙың береһендә һуғыш кәрәк- яраҡтары һаҡлағысы хәүефле зонала ҡалды.

”Минең киткем килмәй. Әммә бер нәмәһеҙ тороп ҡалғы ла килмәй, өҫтәүенә һәләк булыуың да бар.”

“Беҙ машинаға һыйған ҡәҙәр тейәнеп ҡуйғанбыҙ, машина әҙер, ҡапҡа асыҡ, беҙгә юлға сығаһы ғына ҡалды.”

Һуңғы бер нисә йыл эсендә континентта етди янғындар булманы, урмандар ҡуйырып үҫте. Хәҙер иһә, 40 градуста кибеп, улар ялҡын аҙығына әйләнде. Көслө ел арҡаһында ҡоторонған утты контролдә тотоу бик ауыр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий