четверг, 10 января 2013 г.

Брахими: Сүриәнең күсеш хөкүмәтендә Асадҡа урын юҡ.


Сүриә хәлдәрен яйға һалыу буйынса БМО-ның махсус вәкиле президент Бәшәр Асадты илдең күсеш хөкүмәтенә инергә тейешле кешеләр исемлегенән алып ташланы. Был турала Лахдар Брахими журналистарға Ҡаһирәләге интервьюһында әйтте. Уның әйтеүенсә, бер ниндәй хәрби акция ла 22 айға һуҙылған һәм 60 мең самаһы кешенең ғүмерен киҫкән Сүриә көрсөгө мәсьәләһен хәл итә алмаясаҡ.

Кесаҙна көн Брахими Сүриә хәлдәрен яйға һалыуҙа ҡапма- ҡаршы позицияла торған төп ике көс- Рәсәй һәм АҠШ сит ил эштәре урынбаҫарҙары менән осрашыу өсөн, Женеваға юллана.

Ә был ваҡыт Яҡын Көнсығышта урынлашҡан һалҡын, ямғырлы көндәр Ливан, Төркиә, Ирак һәм Иордания ҡабул иткән йөҙҙәрсә мең ҡасаҡ өсөн яңы ҙур һынауға әйләнде. Гуманитпр миссия хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәре буйынса, ваҡытлы палаткаларға урынлашҡан сүриәлеләр иң кәрәкле нәмәләргә мохтаж, бер нисә ай буйы улар туйғансы ултырып ашай ҙа алмаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий