среда, 16 января 2013 г.

Алеппо: университеттағы тәүге имтихан көнөндәге ҡанлы теракт.



Шишәмбе Сүриәләге Алеппо университетында 80-дән ашыу кеше теракт ҡорбаны булды, 160-тан ашыуы яраланды.
Ике шартлау экзамендарҙың тәүге көнөндә яңғыраны. Алыштарға ҡарамай, Алеппоның юғары уҡыу йортонда октябрҙә дәрестәр ҡайтанан башланғайны.
Бомба талиптар ятаҡханаһы һәм архитектура факультеты бинаһы араһында ярылған. Университет территорияһында 30 мең самаһы ҡасаҡ та ваҡытлыса төйәк тапҡан булған- улар араһында ла һәләк булыусылар бар.
Уҡыу йорто хөкүмәт ғәскәрҙәре контроле аҫтындағы кварталда урынлашҡан.
Сүриә властары теракт ойоштороуҙа ҡораллы оппозицияны ғәйепләй. Дәүләт телевидениеһы хәбәр итеүенсә, университетты “ер- һауа”класлы ике ракета менән утҡа тотҡандар. Хәрби сығанаҡтар буйынса, боевиктар сәпте бутаған.
Баш күтәреүселәр белдереүенсә, университет территорияһына бомбаны хөкүмәттең Хәрби һауа көстәре ташлаған.
Алеппо ҡалаһындағы боевиктарҙың позицияларын хөкүмәт ғәскәрҙәре бер генә тапҡыр утҡа тотолмаған.
Ҡалалағы административ биналарҙы шарлатыуға баш күтәреүселәрҙең дә ҡатнашы бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий