Ҡарҙың күп яуыуы ҡайһы
бер Европа илдәре юлдарында хәрәкәтте туҡтатты.
Швецияның көньяҡ-
көнбайышында 3 кеше һәләк булған һәм бер нисәһе, Хельсинборг ҡалаһы янындағы
шоссела һәләкәткә осрап, тән йәрәхәттәре алған. Көслө томан арҡаһында, тайғаҡ
юлда йөҙҙән ашыу машина бәрелешкән. Трасса ике йүнәлештә лә ябыҡ.
Нидерландтарҙа ҡалын
көрттәр юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килтергән. Ил буйынса уларҙың оҙонлоғо мең
километрҙан ашып киткән.
Хорватияла ла транспорт
йөрөй алмай. Загребта ҡарҙың ҡалынлығы 70 сантиметрға еткән. Бер нисә мәктәп
эшен туҡтатып торорға мәжбүр булған.
Францияның
төньяғындағы һәм көнсығышындағы юлдарҙа ла проблемалар. 27 француз департаменты
стихия власы аҫтында, ә Лионда иһә хәлдәр уғата ҡатмарлы.
Бельгияла ла ҡар арыу
яуған.
“Миңә ҡыш оҡшай, әлегә
барыһы ла яҡшы. Күктән төшкән ҡар бөртөктәренә ҡарауы күңелле. Иң
мөһиме-тығындарҙа торорға ғына яҙмаһын,-”ти Брюсселдә йәшәүсе ҡатын.
Испанияға ла ҡар
ябырылды. 23 провинция көрткә сумды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий