среда, 16 января 2013 г.

Иордандың Көнбайыш ярында үҫмер һәләк булған.



 Иордандың Көнбайыш ярында Израиль хәрбиҙәре 17 йәшлек үҫмер Сәмир Авадты атып үлтергән. Сәмирҙең класташының һүҙҙәре буйынса, уҡыусылар төркөмө фәләстин территорияһын айырып торған ҡамау һыҙығына яҡынайған һәм һалдаттарға таштар ата башлаған. Улар, яуап итеп, ут асҡан. Хәстәханаға алып барылған үҫмергә, врачтарҙың һүҙе буйынса, өс пуля тейгән.
Израиль хәрбиҙәре был хәлде раҫланы һәм тикшереү үткәреләсәге хаҡында белдерҙе.
Был ваҡыт Газала 21 йәшлек фәләстин фермерын ерләнеләр. Ул Бейт-Лахия ҡалаһына яҡын сик буйында яраланған һәм бик ауыр хәлдә хәстәханаға килтерелгән. Врачтар уның ғүмере өсөн көрәшеп ҡараған, әммә егетте ҡотҡара алмаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий