Сомалиҙың “Аш-Шабаб”экстремистик
төркөмө социаль селтәрҙә 2009 йылда әсирлеккә алынған француз агенты Дени
Алексҡа үлем хөкөмө сығарылыуы хаҡында белдерҙе. Француз яғы уны һәләк булған,
тип иҫәпләй ине: уҙған шәмбе француз спецназының авиация ярҙамында уны ҡотҡарырға
тырышып ҡарауы уңышһыҙ килеп сыҡты; операция барышында 2 хәрби хеҙмәткәр һәләк
булды.
Франция оборона
министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Дени Алекс ошо операция барышында һәләк
булған, әммә “Әш-Шабаб” вәкилдәре быны кире ҡаға.
Комментариев нет:
Отправить комментарий