Алжирҙың көньяғында 5 япон
һәм 1 французды экстремистар урлаған. Хәбәр итеүҙәренсә, улар барыһы ла нефть
табыу предприятиеларында эшләгән. Ил властары әлегә был мәғлүмәтте раҫлай
алмай. Бынан алда ла 8 француз исламистар ҡулына эләккәйне.
Күҙәтеүселәр был урлауҙарҙың
Алжир властарының Малиҙа хәрби операция алып барған Францияға ярҙам ҡулы һуҙыуы
менән аңлата: Алжир үҙенең һауа киңлектәрен француз Хәрби һауа көстәре
ҡарамағына тапшырҙы һәм Мали сиген япты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий