воскресенье, 20 января 2013 г.

Гректар расизмға ҡаршы сыҡты.



“Бөтһөн расизм һәм ксенофобия!”тип һөрәнләне шишәмбе көн Афина урамдарындағы меңдәрсә кеше. Күп плакаттарҙа бер нисә көн элек һәләк булған пакистанлының фотоһы. Тап ошо ваҡиғанан һуң, халыҡтың түҙемлеге бөттө.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, илдә көн һайын иммигранттарға ҡаршы ике енәйәт эшләнә. Күптәр бының өсөн уҙған һайлауҙарҙа парламентҡа үтеп ингән үтә уң“Алтын таң”  фирҡәһен ғәйепләй.
“Хөкүмәт саралар күрергә тейеш, илдә закондар барлығын, джунглиҙа йәшәмәүебеҙҙе һәм һәр енәйәт өсөн яза бирелеүен күрһәтергә бурыслы,-”ти демонстацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.
Демонстрация алдынан мәрхүм менән хушлашыу ойошторолдо: халыҡ, табутты күтәреп, Афина урамдары буйлап үтте. Сығышы менән Пакистандан булған 27 йәшлек Шәхзад Лоҡман иртән велосипедта эшкә китеп барғанда үлтерелгән. Шик аҫтындағы ике кеше ҡулға алынған, уларҙың береһенә-29, икенсеһенә 25 йәш. Һуңғыһының фатирында радикаль “Алтын таң”фирҡәһенең символикаһы табылған. Фирҡәне гректарҙың 12 проценты яҡлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий