воскресенье, 20 января 2013 г.

АҠШ демонстранттары Обаманы “ғәйепһеҙҙәрҙе ҡоралһыҙландырмаҫҡа”саҡыра.



Барак Обаманың инаугурацияһы алдынан йөҙҙәрсә американлы ҡоралдарҙы сикләүгә ҡаршы акцияға сыҡты. Улар президентты халыҡҡа ҡоралды һаҡлау һәм үҙе менән йөрөтөү хоҡуғын биргән Конституцияның 2-се төҙәтмәһенә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләй. Обама бөтә төр штурмлаусы ҡоралдарҙы тыйырға, мотлаҡ рәүештә һатып алыусыны ныҡлап тикшерергә, ҡоралдың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш саралары әҙерләргә тәҡдим иткәйне.
Президенттың был тәҡдиме ҡорал хужаларында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Улар тикшереүҙәргә ҡаршы түгел, әммә ҡорал һатыуҙы тыйыуҙы ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыу һымаҡ ҡабул итәләр. Бына нимә ти демонстрацияла ҡатнашыусылар:
Вашингтондағы һул либерал һантыйҙарға шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең ҡоралды тыныслыҡта ҡалдырығыҙ, беҙ закондарҙы теүәл үтәүсе граждандар, енәйәтселәрҙе ҡарағыҙ ана.
”Ньютаун һәм Авроралағы хәлдәр ҡайғылы һәм ҡурҡыныс. Тик аҡыллы эш итеү урынына, йәғни буласаҡ ҡорал хужаларының психик һаулығын һәм енәйәти үткәнен тикшереү урынына президент фажиғәне беҙҙең ҡоралдарҙы тартып алыу өсөн сәбәп итеп файҙалана.”
14 декабрҙә Коннектикут штатының Ньютаун ҡалаһы мәктәбендә 20 йәшлек Адам Лэнза 20 баланы һәм 6 өлкән кешене үлтергәндән һуң, АҠШ-та ҡоралды ирекле һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса бәхәстәр йәнә ҡыҙып китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий