четверг, 24 января 2013 г.

Төркиәлә немец һалдаттарына һөжүм яһалған.



 Төркиәнең Исәндерүн ҡалаһында 5 хәрби немец хеҙмәткәренә һөжүм яһалған. Был хәл илдә “Пэтриот” комплекстарын урынлаштырыуға ҡаршы үткәрелгән манифестация ваҡытында булған. Полиция килеп ҡыҫылыуы арҡаһында, берәү ҙә зыян күрмәгән, әммә бер һалдаттың башына тоҡ кейҙереп өлгөргәндәр.

“Сит ил хәрбиҙәренә илебеҙ буйлап иркенләп йөрөргә мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ,- тип белдерҙе “Төрөк йәштәре берләшмәһе” башлығы.-Беҙ артабан да Америка һалдаттарына тоҡ кейҙерәсәкбеҙ. Беҙ быны эшләнек һәм эшләйәсәкбеҙ.”

Ҡайһы бер агенстволар хәбәр итеүенсә, инглизсә һөйләшкән немец хәрбиҙәрен американлылар, тип уйлағандар. Бундесвер һалдаттары Төркиәгә НАТО контингенты составында хәрби техниканы бушатыу өсөн килгән булған.

Тәүге “Пэтриот” комплекстары Төркиә менән Сүриә сигенә хәрби дежурствоға ошо аҙна аҙағында ҡуйыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий