четверг, 24 января 2013 г.

Израиль: хөкүмәтте кем төҙөр?



Изриалдәге парламент һайлауҙарынан һуң, идара итеүсе коалиция төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр башланды. Һайлау алышында Биньямин Нетаньяху һәм Авигдор Либерман етәкселегендәге“Ликуд – Бейтейну” блогы өҫкә сыҡты. Һайлау комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Нетаньяху блогы  120 урынлыҡ кнессетта 31 мандат ала.
Был иһә элеккегә ҡарағанда 11 креслоға кәмерәк. Нетаньяху киң идара итеүсе коалиция төҙөргә ниәтләй һәм Яир Лапидтың “Еш Атид” (“Киләсәк бар”) фирҡәһен саҡырған да инде.
“Еш Атид” фирҡәһенең 19 мандаты бар. Әммә...Лапид үҙе элегерәк белдереүенсә, ул Нетаньяху килгәс туҡтатылған фәлистиндәр менән тыныслыҡ процесын ҡайтанан башлаған хөкүмәт составына ғына инергә ниәтләй.
Әйтергә кәрәк, Израиль политологының фекере шундай:
“Тышҡы сәйәсәт өлкәһендә Лапид Нетаньяхуға проблема тыуҙырыр, тип уйламайбыҙ, сөнки һөйләшеүҙәргә юл һәр ваҡыт асыҡ.”
“Еш Атид” артынан 15 мандаты менән Шели Яхимович етәкселегендәге һул үҙәк “Авода” фирҡәһе килә. Ул Нетаньяху кабинетына “агрессив оппозицияла торасағын белдерҙе.
Нафтали Беннеттың үтә уң “Йәһүд йорто” фирҡәһе Нетаньяхуҙың танауына ныҡ сиртте. 11 мандат! Беннет кабинетҡа инергә әҙер тороуын белдерҙе.
Һайлау һөҙөмтәләре буйынса, аналитиктарҙың уйынса, Израиль менән ил тарихында иң уң хөкүмәт етәкселек итәсәк.

Комментариев нет:

Отправка комментария