четверг, 24 января 2013 г.

“Made in Greece”: модалы һәм урындағы иҡтисад өсөн файҙалы.



Иҡтисадты ҡотҡарыу өсөн, грек тауарҙарын яратығыҙ һәм һатып алығыҙ- Греция халҡы өсөн яңы лозунг. Магазин витриналарында бындай тауарҙар махсус йәбештермәләренән танылып тора.

Грек тауарҙарын һатып алыу- патриотизмды, ҙур ҡыйынлыҡтар кисергән ил иҡтисадына ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе аңлата.

“Маркетинг кампанияһы сиктәрендә Греция хаҡында ни ҡәҙәр күберәк иҫкә төшөрһәгеҙ, шул ҡәҙәр алыусы продукттың был үҙенсәлегенә иғтибар итәсәк,-”ти Афина университетының иҡтисад һәм бизнес профессоры.

Был хәрәкәт Facebookта үҙ битен асты. Грецияла урындағы тауарҙарҙы рекламалау һәм грек компанияларын яҡлау эш урындарын һаҡларға ярҙам итер, тип өмөтләнәләр. Илдәге һәр дүртенсе кеше- эшһеҙ.

“Хәҙер беҙҙең сәнәғәттең яртыһы тауар етештерә алмай,-ти Греция ваҡ бизнес конфередерацияһы вәкиле.-Грек тауарҙарын һайлаған ҡулланыусылар ярҙамында бынан ҡотолоп буласаҡ.”

Ҡайһы бер аналитиктарҙың иҫәбе буйынса,  әгәр һәр грек ғаиләһе урындағы продукттарға 4 мең евро ғына тотонһа ла, йыллыҡ иҡтисад үҙеше 10 миллиард евроға барып етәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий