четверг, 24 января 2013 г.

АҠШ һәм Көньяҡ Корея КХДР-ҙы яңы һынауҙарҙан баш тартырға саҡыра.



Ҡушма Штаттар һәм Көньяҡ Корея КХДР-ҙы яңы ядро һынауҙарынан баш тартырға саҡыра. Вашингтондың Төньяҡ Корея буйынса махсус вәкиле Глин Дэвис Көньяҡ Корея сит ил эштәре министрлығы вәкиле менән осрашыуҙа бындай ҡарарҙы “хата”тип атаны.

Сеулдың фекере буйынса, күршеләре был юлы замансараҡ технологияны- байытылған урандан зарядты һынап ҡарауҙары ихтимал.

“Төньяҡ Корея халыҡ- ара йәмәғәтселектең саҡырыуына ҡолаҡ һалырға, конфронтациянан баш тартып, алға барырға  тейеш. Был Төньяҡ Корея халҡы өсөн дә, ғөмүмән, бөтә донъя өсөн дә һәйбәт буласаҡ,-”тип белдерҙе Көньяҡ Корея вәкиле.

Төньяҡ Корея властары, БМО Именлек советы бер тауыштан КХДР-ға ҡаршы яңы санкциялар пакеты ҡабул иткәс, һынау үткәрергә ниәтләүҙәре хаҡында иғлан итте. Пхеньян туранан- тура шуны белдерҙе: һынау АҠШ-ҡа ҡаршы йүнәлтелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий