пятница, 25 января 2013 г.

Испаниялағы эшһеҙлек: тарихи рекорд.



Испания хеҙмәт биржаларындағы сират оҙоная бара: уҙған йылдың триместрында эшһеҙлек кимәле 26,2 процентҡа барып етте, 6 миллион самаһы кеше илдә эш эҙләй. Киңәйә барған бюджет дефициты Мадридты көрсөккә ҡаршы ҡаты саралар ҡулланырға мәжбүр итте, ә был үҙ сиратында иҡтисадтың үҫешенә һәм яңы эш урындары булдырыуға кәртә ҡуйҙы.
Испанияла артҡа китеш күҙәтелә. Еврозонаның дүртенсе иҡтисадында 2012 йылдың һуңғы өс айында алдағы триместр менән сағыштырғанда ВВП 0,6 процентҡа түбәнәйҙе. Бюджет дефицитын ямау өсөн, властар сығымдарҙы кәметеп, һалымдарҙы, шул иҫәптән НДС-ты арттырҙылар. Былар барыһы ла, өҫтәүенә дәүләт хеҙмәткәрҙәренә йыл һайын бирелә торған премиялар биреүҙән дә баш тартҡас, ҡулланыу кимәлен ҡырҡа түбәнәйтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий