четверг, 31 января 2013 г.

Неаполдәге автобустар яғыулыҡһыҙ ҡалған.



Неаполдәге автобустарҙың яғыулыҡтары бөткән. Шуға ла шаршамбы көн туҡталыштарҙағы халыҡ уларҙы бушҡа ғына көттө. Транспорт кампанияһы быны илдәге дөйөм көрсөк хәле менән аңлатты. Уның етәкселеге ҙурлығы буйынса Италияла өсөнсө урында торған был ҡалала хеҙмәтләндереүҙе нормалләштереүгә гарантия биреүҙән баш тартты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий