четверг, 31 января 2013 г.

Израилдең Хәрби Һауа көстәре Ливан- Сүриә сигендәге объектҡа һөжүм итте.



Израиль авиацияһы 30 ғинурға ҡаршы төндә Ливан- Сүриә сигендәге объектҡа һөжүм иткән. Reuters агенствоһы был турала Көнбайыштың дипломатик сығанаҡтарынан хәбәр алған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ЦАХАЛ Хәрби Һауа көстәре Сүриәнән Ливанға йүнәлгән ҡорал тейәлгән автоколоннаға һөжүм иткән. Операция хаҡында ентекле мәғлүмәттәр юҡ.

Уҙған төн Израилдең хәрби самолеттары Ливандың һауа киңлектәрендә өс тапҡыр күренгән. Бындай сик боҙоуҙар Израиль премьер- министры Биньямин Нетаньяхуҙың Сүриәнең химик ҡоралы Ливандың көньяғында урынлашып алған шиғисыларҙың «Хизбалла» хәрәкәте ҡулына эләгеү ҡурҡынысы барлығы хаҡындағы белдереүенән һуң йышайҙы.

27 ғинуарҙағы хөкүмәт ултырышында Нетаньяху, Израилдең ҡул ҡаушырып, тыныс ҡына күҙәтеп ултырмаясағы хаҡында белдергәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий