четверг, 31 января 2013 г.

Грецияның хеҙмәт министрлығы реформа ҡорбаны була яҙҙы.



Афинала Грецияның хеҙмәт министрлығы бинаһы алдында сыуалыштар булды. Һул профсоюз вәкилдәренең бер нисә тиҫтә кешеһе, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер нисә йөҙө бинаны штурм менән алырға маташты.

Бинаны һәм министрлыҡ хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап, полицияға ысынлап алышырға тура килде.
Грецияның социаль тәьмин итеү системаһы коррупцияға, “айырым осраҡҡа”бәйле булыуы һәм үтә лә буталсыҡлығы менән айырылып тороуы тураһындағы хеҙмәт министрының асыҡтан –асыҡ сығышы манифестацияла ҡатнашыусыларҙың асыуын ҡабартты.

Был белдереү ҡаты экономия саралары, пенсия, һалым системаһы өлкәһендәге реформаларға әҙерлек фонында яңғыраны.

Хөкүмәттең сәйәсәтенә ҡарата асыуын активистар полицейскийҙарға һәм министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә төшөрҙө:

Улар олигархтарҙың мәнфәғәттәрен ҡайғырта! Улар беҙҙе үлтереп бөтөргә уйлай! Улар көн һайын беҙҙең кәрәкте бирә! Күрәһегеҙме был режим ни ҡыла!”

Полиция бола башында торған 20 кешене ҡулға алды. Бер кеше тән йәрәхәттәре менән хәстәханаға оҙатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий