пятница, 1 февраля 2013 г.

Рәсәй йәнә стандарттарға тап килмәне.



Рәсәй һәм уның етәкселеге донъяның 90 илендәге кеше хоҡуҡтарына бағышланған хоҡуҡ һаҡлаусы Human Rights Watch ойошмаһының йыл һайын яһалған докладында ҡаты тәнҡитләнде. Унда Рәсәй хаҡында ыңғай фекер тапмаҫһың.

Докладтың 665 битенең 10-ы Рәсәй хаҡында. Мәскәүҙәге матбуғат конференцияһында Human Rights Watch-тың Европа һәм Үҙәк Азия буйынса бүлек директоры урынбаҫары Рейчел Дембер бына нимә тине:

“Тиҫтә йыл буйы, “төҫлө” революциялар заманынан бирле Рәсәй властары оппозициялағы сәйәсмәндәрҙең, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һәм граждандар ойошмаларының абруйын төшөрөргә тырыша.”

Рәсәй бүлегенең нигеҙендә- матбуғатта ҙур резонанс алған ваҡиғалар. Бында май митингылары ла, оппозицияның Мәскәү буйлап “йөрөүҙәре” лә, митингылар хаҡындағы законға төҙәтмәләр ҙә, сит ил агенттары хаҡындағы закон да бар. Pussy Riot һәм Сочи Олимпиадаһы менән бәйле енәйәттәр ҙә онотолмаған.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы гомосексуализмды тыйған, Дәүләт Думаһында тәүге уҡыуҙы уңышлы үткән “гейҙарға ҡаршы закон” айырыуса хафаға һала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий