пятница, 1 февраля 2013 г.

Ҡытай тонсоға.



 40 автомобилдең һәләкәткә осрауы, йөҙҙәрсә кисектерелгән авиарейс- былар Ҡытайҙағы тирә- яҡ мөхит бысраныуы эҙемтәләре. Һуңғы көндәрҙә Пекин зарарлы өлөшсәләрҙән торған һөрөмдән тонсоға. Һуңғы айҙа бындай хәлдәр булғылап торҙо, әммә хәҙер бысраныу кимәле рекорд ҡуя.
Ҡытай хөкүмәте халыҡты барған һайын нығыраҡ борсоған проблемаға хәҙер күҙ йомоп ҡарай алмай. Дәүләт телевидениеһының проблеманы асыҡтан–асыҡ күтәреүе- Ҡытай етәкселегенең бәләнең масштабын яҡшы аңлауына шаһит.
Радио һәм телевидение халыҡты урамдарға бик сығып йөрөмәҫкә өндәй. Ҡытай халҡы магазиндарға һәм эшкә марля битлектәрҙә йөрөргә күнегә.
“Һәр ваҡыт өйҙә ултырып булмай. Өйҙә төн үткәргәндән һуң, тын алыуы ауыр. Тәҙрәне асһаң, һөрөм. Асмаһаң да еңел түгел. Тәҙрәне бер сәғәткә асыҡ ҡалдырһаң, тын алыуы тағы ла уырлаша. Ни ҡылырға ла белеп булмай,-”тип зарлана Пекинда йәшәүсе ҡатын.
Бындай бысраныуҙың төп сәбәптәренең береһе- автомобилдәр бүлеп сығарған төтөн. Пекинда ғына, 20 миллион кешеһе булған мегаполиста, 5 миллион автомобиль бар, йыл һайын уларҙың һаны 250 меңгә арта. Хөкүмәт  машиналарҙың  30 процентының хәрәкәтен сикләнгән, тик был ғына аҙ.
Ҡытайҙа  тирә- яҡ мөхитте бысратыусы сәнәғәт предприятиялары бик күп. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: Ҡытай күмерҙе ҡалған бөтә планета яндырған тиклем яндыра.
Былар барыһы ла хәүефле  эҙемтәләргә килтерә. Ҡытайҙың индустриализация өсөн түләгән хаҡы бик юғары булыуы ихтимал. Милләттең һаулығы хәүеф аҫтында икәнлеге көн кеүек асыҡ.
“Әлбиттә, мине был борсой. Ҡыҙымда аллергия. Һуңғы осор хәле айырыуса хөртәйҙе. Врач әйтеүенсә, быға һауаның бысраныуы сәбәпсе. Күп пациенттар хәҙер ул сир менән интегә,-”ти йәш ҡатын.
Ҡытайҙа йыл һайын кәм тигәндә 750 мең кеше һауа һәм һыуҙың бысраҡлығы арҡаһында вафат була. 10 йыл эсендә үпкә яман шеше менән ауырыусылар һаны 60 процентҡа артҡан.
Һуңғы көндәрҙәге баш ҡаланың иң ҙур балалар хәстәханаһына мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһы тын юлдары ауырыуҙары менән йонсой. Донъяның икенсе иҡтисады иҫәпләнгән Ҡытай йәшәү өсөн ҡурҡыныслы урынға әүерелә бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий