вторник, 8 января 2013 г.

Австралияла янғындар.



Австралияла аномаль эҫе һәм көслө ел арҡаһында, янғындар ҡотора.
Халыҡ күп йәшәгән Яңы Көньяҡ Уэльс штатында шишәмбе көн йөҙҙән ашыу янғын сығанағы теркәлгән, уларҙың 20-һен әле контролгә ала алмайҙар. Штат властары халыҡҡа хәүефле урындарҙан китергә тәҡдим итә.
Австралияның ҙур ҡалаларының береһе булған Сиднейҙа һауа температураһы Цельсий буйынса 40 градусҡа еткән.
Ут баш ҡалаға яҡыная- Канберраны уратып алған ҡалҡыулыҡтарҙа урмандар яна. Тасманияла ла  янғындар туҡтамай. Көнэлгәре утрауҙа премьер-министр Джулия Гилард булды.
Ил властары 2009 йылғы ваҡиғаларҙың ҡабатланыуынан ҡурҡа- ул саҡта 173 кеше һәләк булды, ә иҡтисади зыян 3 миллиард евронан ашып китте..
Эҫе ҡоро көндәр Көнбайыш Австралия штатында башланды һәм аҙаҡ илдең көнсығышына таралды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий