среда, 9 января 2013 г.

Ганала яңы президент ант итте.



Уҙған айҙа һайлауҙарҙа еңгән Гана президенты Джон Драмани Махама присяга ҡабул итте.  Ул тауыштарҙың 50,7 процентын йыйҙы һәм ярышташы Нан Акуфо-Аддоны 3 процентҡа  уҙҙы.
Нан Акуфо-Аддо яҡлылар еңеүсене һайлау тәртиптәрен боҙоуҙа ғәйепләне һәм инаугурация тантанаһын үткәреүгә ҡамасауланы. Әйтергә кәрәк, халыҡ- ара күҙәтеүселәр процесты “асыҡ, ирекле һәм тыныс” тип тапты.
Махама 2012 йылдың июлендә дәүләт башлығы Джон Ат ҡапыл вафат булғанға ҡәҙәр Махама вице- президент посын биләне.
Гана-Африканың тиҙ үҫешә барған иҡтисади системаһы булған иң тотороҡло демократик илдәренең береһе.
Тантанала 11 Африка дәүләте башлығы, шулай уҡ АҠШ, Ҡытай һәм Бөйөк Британия чиновниктары ҡатнашты.
Президенттың инаугурацияһы Аккра һәм Гананың башҡа ҡалалары халҡы өсөн ысын байрамға әйләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий