понедельник, 21 января 2013 г.

Израиль хәрбиҙәре кнессет һайлай.



Израиль хәрбиҙәре кнессет һайлауҙарында ҡатнаша. Көнэлгәре тәүге участок, йәкшәмбе йәнә 60 участок асылды. Хәрбиҙәрҙе, һайлауҙарға барып, тауыш бирергә өндәйҙәр.
22 ғинуарҙа үтәсәк парламент һайлауҙары алдынан израиллеләрҙе иҡтисад һәм фәләстиндәр, Иран менән мөнәсәбәттәр борсой. Премьер- министр Биньямин Нетаньяху белдереүенсә, Ирандың ядро программаһы Яҡын Көнсығыш регионында хәүеф тыуҙырыусы төп проблема. Һуңғы һорашыуҙар шуны күрһәтте: уң «Ликуд-Беҙҙең йортобоҙ Израиль»блогының абруйы халыҡ алдында төшһә лә, уның премьер креслоһын һаҡлап ҡалыуға өмөтө ҙур.
Коррупция ғауғаһы “Беҙҙең йортобоҙ- Израиль” абруйын ныҡ төшөрҙө, фирҡә башлығы Авигдор Либерман сит ил эштәре министры посынан отставкаға китергә мәжбүр булды.
Элекке сит ил эштәре министры Ципи Ливни һәм уның яңы «Ха-Тнуа» фирҡәһенә, һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, тауыштарҙың 5 проценты тура килә.
Кнессеттың 19-сы саҡырылыш һайлауҙарына тауыш биреү 9 ғинуарҙа Израилдең Яңы Зеландиялағы илселегендә башланды. 10 ғинуарҙа Мәскәүҙәге Израиль дипломаттары һәм Израиль ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тауыш бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий