понедельник, 21 января 2013 г.

Алжир: Ин-Аменасҡа һөжүм иткән 5 кеше ҡулға алынған.



Ажирҙың именлек көстәре Ин-Аменас газ комплексына һөжүм итеүселәрҙең бишәүһен ҡулға алған. Был хаҡта Алжирҙың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте. Исламистарҙың өсәүһе ҡасҡан. Боевиктар аманаттарҙы тотҡан комплекс эсендә полицейскийҙар һәләк булған 25 кешенең кәүҙәһен тапҡан.
Йәкшәмбегә ҡарай төндә Алжирҙың именлек көстәре хеҙмәткәрҙәре урындағы 685 һәм 107 сит ил эшсеһен азат иткән.
 “Әл-Ҡаиҙәменән бәйле төркөм башлығы Мохтар Бельмохтар белдереүенсә, аманаттар алыуҙы Әл-Ҡаиҙә” ойошторған. Ул Францияны Малиҙағы исламистарға авиаһөжүмде туҡтатырға саҡырҙы. Видео интернетта донъя күрҙе. 
Операция барышында арыу ғына ҡорал арсеналы тартып алынған. Полиция ҡул пулеметтары, автоматтар, минометтар, гранаталар тапҡан. Алжир спецназы боевиктар һөжүменә дусар булған комплекста иҫән ҡалғандарҙы эҙләй.
 Һөжүм шаршамбы була. Боевиктар, ҡулға төшкән аманаттарҙы Малиҙағы хәрби операцияны туҡтатыу маҡсатында файҙаланып, халыҡ- ара йәмәғәтселеккә баҫым яһарға ниәтләгән. Штурм барышында күп аманаттар һәләк булған, уларҙың иҫәбе асыҡлана. Һөжүм итеүселәрҙән 32 кеше үлгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий