понедельник, 21 января 2013 г.

FARC:ваҡытлы килешеү срогы үтте.



Баш күтәреүселәрҙең һул радикаль”Колумбияның революцион ҡораллы көстәре”( FARC) төркөмө бер яҡлы утҡа тотоу осоро тамамланыу хаҡында иғлан итте. Төркөм вәкиле Иван Маркес был турала конфликттың тамамланыуы хаҡында FARC һәм Колумбия властары араһында һөйләшеүҙәр барған Гаванала белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, Колумбия хөкүмәте баш күтәреүселәрҙең инициативаһына ҡушылыуҙан баш тартҡан.
 2 ай элек, Кубала тыныслыҡ хаҡында һөйләшеүҙәр башланғас,  FARC бер яҡлы ваҡытлы килешеү тураһында иғлан иткәйне. Уның срогы 20 ғинуарҙа тулды.
Колумбия конфликты ярты быуат самаһы дауам итә. Уның ҡорбандары- тиҫтәләрсә мең кеше. АҠШ һәм ЕС   FARC- ты террористик ойошма тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий