среда, 23 января 2013 г.

Мәскәүҙә Сүриәнән ҡайтҡан рәсәйлеләрҙе ҡаршы алдылар.



Уҙған төндә Мәскәүҙең Домодедово аэропортында Сүриәнән китергә теләгән рәсәйлеләрҙе ҡаршы алдылар. Бейруттан МЧС-тың ике самолеты менән йәмғеһе 77 кешене, күбеһенсә ҡатын- ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы алып ҡайттылар.

 Күптәрҙе, айырыуса ҡатнаш ғаиләләрҙе Рәсәйҙәге тормош, эшкә урынлашыу мәсьәләләре борсой. Ҡайһы берҙәре Ливан баш ҡалаһына ни ҡәҙәр ҙур ауырлыҡтар менән барып етеүҙәре тураһында һөйләй. Рәсәй дипломаттарының һүҙҙәре буйынса, бында планлы эвакуация хаҡында түгел, ә төрлө сәбәптәр арҡаһында Сүриәнән китергә теләгәндәр хаҡында һүҙ бара.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, сәбәптәр етерлек: 2 йыл буйы дауам иткән ҡораллы конфликттың үҙәге- йәнә Хомс ҡалаһы. Баш күтәреүселәрҙең һәм хөкүмәт ғәскәрҙәренең алышы Алеппо, Дераа һәм Дәмәшк тирәһендә туҡтамай. Оппозиция сафтарындағы радикаль төркөмдәр Хама ҡалаһында теракт ойошторған, 42 кеше уның ҡорбаны булған.

2011 йылдың мартынан бирле, Сүриәлә 60 мең кеше һәләк булған, ярты миллиондан ашыуы илде ташлап киткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий