среда, 23 января 2013 г.

Мөхәммәт әз-Зәуахири Көнбайышҡа янай.



“Әл-Ҡаиҙә” лидерының туғаны Мөхәммәт әз-Зәуахири  Францияның Малиҙағы хәрби операцияһын ғәйепләне һәм Алжирҙа ҡораллы исламист төркөм ҡулына эләккән аманаттарҙың үлеме өсөн яуаплылыҡты Алжир армияһына йөкмәтте.
 Мөхәммәт әз-Зәуахири-“Мысыр салафиттары йыһаты”ойошмаһы башлығы, үҙенең әйтеүенсә, у тыныс көрәш саралары ҡулланыу яғында.
Уның ағаһы Айман -Усама бен Ладендың яҡын көрәштәше, 2011 йылдың майында Усама бен Ладен һәләк булғандан һуң, “Әл-Ҡаиҙә”нең лидеры булып киткән. Хәҙер ул донъяла иң ныҡ эҙәрлекләнгән террорист һанала. АҠШ Аймандың башы өсөн 25 миллион доллар вәғәҙә иткән.
 Мөхәммәт әз-Зәуахири-“Ислам йыһаты”хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның хәрби етәксеһе- экстремизмда һәм президент Әнүәр Садатты үлтереүҙә ғәйепләнеп, 14 йыл буйы төрмәлә ултырған. Мысырҙа “Мосолман туғандар ”власҡа килгәс аҡланған. Мөхәммәт әз-Зәуахири, үҙенең әйтеүенсә, “Әл-Ҡаиҙә” ағзаһы түгел, әммә уларҙың идеялары менән теләктәш.
 Мөхәммәт Шәйехибраһим, , “Евроньюс”:
“Минең аңлауымса, әгәр Франция Малиҙа хәрби операцияһын дауам итһә, йыһатсылар быны ғәйепләйәсәк. Франция хөкүмәтенә ҡаты мөрәжәғәт ебәрергә ниәтегеҙ юҡмы?”
Мөхәммәт әз-Зәуахири :
”Юҡ, ләкин йыһатсылар ғына түгел, мосолман булараҡ барыбыҙ ҙа һүҙ менән дә, эш менән дә яуап ҡайтарырға тейешбеҙ. Әгәр кемдер миңә һөжүм итһә, йортома бәреп инһә, ҡатындарҙы, балаларҙы үлтерһә, мин яуап бирергә тейеш түгелме ни? Был мөмкин түгел. Франция ут асты, һуғыш асты, был дауам итә ҡалһа, иң тәүҙә Көнбайыш зыян күрәсәк.”
“Евроньюс”: 
“Газ комплексында эшләгән һәм Малиҙағы хәрби операцияларҙа ҡатнашмаған сит ил кешеләренең ни ғәйебе бар? Улар ябай эшселәр һәм инженерҙар...”
Мөхәммәт әз-Зәуахири:
“Кем һуғышты башланы һуң? Кем беренсе булып һөжүм итте? Ҡорбандар артында кем тора? Үҙ һалдаттарын һәм самолеттарын Малиға ебәргән ил. Икенсенән, аманаттарҙы  үлтермәнеләр, уларҙы алмаштырырға уйлағайнылар, тик ил етәкселәре быны теләмәне, енәйәткә барып, бомбаға тотоуҙы һайланы. Йәнә бер тапҡыр әйтәм, кем үлтерҙе уларҙы? Аманатҡа алыусылар түгел, ә Көнбайыштың приказы буйынса Алжир армияһы.”
Уҙған йомала бер нисә йөҙ Мысыр исламисы Францияның Малиҙағы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ йөҙөнән Ҡаһирәләге Франция илселеге стеналары янында демонстрация үткәрҙе. Демонстрацияла ҡатнашыусылар араһында“Әл-Ҡаиҙә”флагтарын болғаусылар, Усамы Бен-Ладен һәм Айман әз-Зауахири портреттарын тотоп тороусылар ҙа бар ине. Был акцияның ойоштороусыһы- Мөхәммәт әз-Зәуахири.

Комментариев нет:

Отправить комментарий