вторник, 22 января 2013 г.

Израиль парламент һайлай: уңдар һәм үтә уңдар уңыш ҡаҙана.



Израилдә ваҡытынан алда парламент һайлауҙары башланды. 32 фирҡә һәм һайлау блогы кнессеттағы 120 урынға дәғүә итә.
 Аналитиктар Израилдең яңы парламенты уңға тартыласаҡ, тип көтә. Һайлауҙарҙың абсолют фавориты- премьер- министр Беньямин Нетаньяху һәм сығышы менән элекке СССР-ҙан булған һәм, ай самаһы элек коррупцияла ғәйепләнеп, сит ил эштәре министры посын ҡалдырырға мәжбүр булған Авгидор Либермандың “Ликуд – Бейтейну”блогы.
 Һайлау алды кампанияһының көтөлмәгән йәнә бер яңылығы шунда: Нафтали Беннеттың үтә уң “Йәһүд йорто”фирҡәһе уңыш ҡаҙанды. Милләтсел лозунгылары арҡаһында, ул бик тиҙ популярлыҡ яулай һәм фракцияһының ҙурлығы буйынса парламентта икенсе урында тороуы ихтимал.
Оппозицияның белдереүенсә, Нетаньяху, Либерман һәм башҡа уң фирҡәләр еңгән хәлдә, йәһүд дәүләтенең ғәрәп донъяһы менән конфликты көсәйеүе, терроризм хәүефе артыуы һәм, ғөмүмән, Израилде килешмәүсән позицияһы өсөн тәнҡитләп торған Көнбайыш менән дә мөнәсәбәттәре киҫкенләшеүе ихтимал.
Беньямин Нетаньяхуҙың алдағы идаралығы осоронда фәләстиндәр менән тыныслыҡ процесы туҡталды, күскенселәрҙең төҙөлөш эштәре киңәйҙе һәм Иранға ҡарата һуғышсан риторика өҫтөнлөк ала башланы. 1967 йылғы дәүләт сиктәрендә Фәләстин дәүләтен төҙөүгә ул ҡырҡа ҡаршы сыға һәм ҡайтанан һайлана ҡалһа, йәһүд ауылдары төҙөүҙе дауам итәсәген белдерә.
Киләһе хөкүмәтте төҙөү хоҡуғына эйә булыу өсөн, Нетаньяхуға 60 мандат кәрәк буласаҡ. Шул маҡсаттан сығып, ул үтә уң “Йәһүд йорто фирҡәһен хеҙмәттәшлеккә саҡырыуы мөмкин.
Һул көстәр һайлауҙарҙа берҙәм фронт булып сығыш яһау хаҡында килешә алманы. Тап ошо тарҡаулыҡтары арҡаһында халыҡтың яҡлауына ирешә алмайҙар, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий