вторник, 22 января 2013 г.

Ангела Меркель ҡайғыра, ләкин бирешмәй.



Өҫтөнлөк бәләкәй, әммә барыбер еңелеү.  “Ҙур һайлауҙар йылы идара итеүсе консерваторҙар өсөн күңелһеҙ нота менән башланды.
Түбәнге Саксония ерендә христиан демократтар социал-демократтар блогынан һәм “йәшелдәр”ҙән ҡалышты. Тегеләр урындағы парламентта күпселекте алды, ә уларҙың лидеры урындағы хөкүмәттең яңы башлығы булыуы ихтимал:
 “Меркель ханым уҙған төн яҡшы йоҡлағандыр, тип уйламайым. Был һайлауҙар ул теләгәнсә үтмәне. Социал-демократтарҙың һәм “йәшелдәрҙең өмөтө бар: Түбәнге Саксонияла эшебеҙ уңғас, бөтә ил буйынса ла уңыуы ихтимал,-”тип белдерҙе социал- демократтар лидеры Зигмар Габриэль.
Түбәнге Саксония ландтагына һайлауҙар сентябргә тәғәйенләнгән федераль һайлауҙарҙың “репетицияһы” тиҙәр. Түбәнге Саксония ере иң ҙурҙарҙан һанала, өҫтәүенә ундағы сәйәси хәлдәр бөтә илдәге хәлдәр менән оҡшаш.
”Һайлау алды кампанияһы ваҡытында кисергән тойғоларҙан һуң, был еңелеү айырата асы- быны мин йәшерергә йыйынмайым да. Пландарыбыҙ тормошҡа ашмағанға беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡайғырабыҙ. Әммә, фирҡә етәкселеге әйткәнсә, элегерәк бынан да ауырыраҡ еңелеүҙәргә дусар буғаныбыҙ бар ине,-”тип белдерҙе Ангела Меркель.
Әйтергә кәрәк, политологтар фекеренсә, фирҡәләге байтаҡ проблемаларға ҡарамаҫтан, өсөнсө канцлер срогына дәғүә иткән Ангела Меркель өсөн еңеүҙән ваз кисергә иртәрәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий