вторник, 22 января 2013 г.

Токио һәм Лондон Алжирҙағы юғалтыуҙарын иҫәпләй.


Сит ил эштәре министрлығының юғары пост биләгән чиновнигы Минору Киуши етәкселегендәге япон делегацияһы һәм инженерҙары аманатлыҡҡа алынған ҙур Джей-джи-си компанияһы президенты фажиғә булған, 7 Япония гражданины һәләк ителгән һәм етәүһе хәбәрһеҙ юғалған нефть эшкәртеү комплексы районына килде:
 “Япония хөкүмәте исеменән мин был теракт эшләгәндәрҙе ғәйепләйем. Иҫән ҡалған Япония һәм башҡа ил граждандары әлеге мәлдә хәүефһеҙ урындалыр, тип өмөтләнәм,-”тине Минору Киуши. 
Лондонда иһә ғәҙәттән тыш КОБРА комитеты осрашыуы үтте. Уға илдең юғары етәкселеге һәм махсус хеҙмәттәр етәкселәре инә. Премьер- министр Дэвид Кэмерон өс британлы һәләк булған һәм өсәүһе хәбәрһеҙ юғалған был фажиғәле аманатлыҡҡа алыу һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте:
 “Беҙ шуны танырға мәжбүрбеҙ: Алжир хөкүмәте берҙән- бер дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән, ә ҡорбандар өсөн яуаплылыҡ тулыһынса террористар өҫтөндә. Был ваҡиғаға ҡағылышлы һорауҙарыбыҙ күп, әммә шуныһы ап- асыҡ: был һөжүм террористик төркөмдәрҙең региондағы илдәр һәм халыҡтар, шулай уҡ беҙҙең граждандар, беҙҙең компаниялар һәм беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ өсөн ниндәй хәүеф тыуҙырыуын иҫбатлап тора.”
Британия разведкаһы һәм терроризмға ҡаршы структуралары газ эшкәртеү заводын баҫып алған төркөмдө эҙләү һәм юҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк, тик Британия хәрбиҙәре Малиҙағы ислам экстремистарына ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмаясаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий