вторник, 22 января 2013 г.

Давостағы Форумдың яңы стратегияһы.



23- 27 ғинуарҙа Швейцария Давосында йыл һайын була торған Бөтә донъя иҡтисад форумы (ВЭФ) үтәсәк. Быйыл унда 50 тирәһе хөкүмәт башлығы, шулай уҡ ғалимдар һәм эшлекле элита вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Ҡарлы Альп тауҙары битләүендә донъя элитаһы, киләһе йылға бизнес-план төҙөү өсөн, 43-сө тапҡыр йыйыласаҡ. Быйыл сираттағы сессия “Тотороҡло динамизмдевизы аҫтында үтәсәк.
Форум директоры Ли Ховел был девизға аңлатма бирергә тырышты:
 ”Беренсенән, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән бөгөнгө донъяла тотороҡлолоҡ- уңыштың мөһим факторы. Тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн, үҙгәреүсән шарттарға яраҡлаша белеү һәләтенә эйә булырға, көтөлмәгән хәүеф- хәтәрҙәргә ҡаршы тора белергә кәрәк. Икенсенән, тәүәккәл эш итеү мөһим. Хәүефтәрҙе белә тороп алға барыу- киләһе йылдың стратегияһы шул була инде.”
Рәсәй делегацияһы башында был юлы премьер- министр Дмитрий Медведев, ул Форумдың Рәсәйгә бағышланған пленар ултырышында сығыш яһаясаҡ. Төп программанан тыш хөкүмәт башлығы сит ил коллегалары һәм эре халыҡ- ара бизнес вәкилдәре менән осрашасаҡ.
Евроньюс хәбәрсеһе Изабель Кумар:
”Хөкүмәт һәм дәүләт башлыҡтарының именлеген тәьмин итеү маҡсатында, бығаса булмаған хәүефһеҙлек саралары күрелгән: йорт ҡыйыҡтарында- снайперҙар, урамдарҙа- ҡораллы патруль.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий