понедельник, 21 января 2013 г.

Төрөктәр «Пэтриот»тарҙы ҡаршылыҡ акциялары менән ҡаршы ала.



 Германия, Нидерландтар һәм АҠШ-тан килгән «Пэтриот» ракета комплекстарын төрөктәр ҡаршылыҡ акциялары менән ҡаршы ала. Голландия батареяһы урынлашырға тейешле Инджирликта тиҫтәләгән манифестант «янки гоу хоум!»лозунгыһы аҫтында Төркиә менән бергә АҠШ файҙаланған Хәрби һауа көстәре базаһына үтеп инергә маташты.

Искәндәрүн портында тәүге ракеталар- немец ракеталары бушатыла башланы. Әлеге мәлдә Төркиәнең көньяҡ сигендә 6 комплекс урынлаштырырға уйлайҙар.

Төркиә уҙған йыл аҙағында, күршеһе Сүриәлә хәлдәр ҡатмарлана башлағас, НАТО буйынса союздаштарынан рәсми рәүештә ракеталар һораны.

Ойоштороусыларҙың фекере буйынса, Төркиәне бындай мөрәжәғәт ебәрергә мәжбүр иткәндәр; «Пэтриот»тарҙы урынлаштырыуҙың төп маҡсаты-Малатьела төҙөлгән «ЕвроПРО» радар системаһын һаҡлау. Манифестацияла ҡатнашыусылар Көнбайыш илдәре Төркиәне Иранға ҡаршы фронт һыҙығына әүерелдерергә уйлай, тип шикләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий