Европала ҡарҙың күпләп яуыуы
арҡаһында, Францияла, Великобританияла һәм Германияла транспорт бәйләнеше
өҙөлдө. Мәҫәлән, Париж аэропорттарында дөйөм алғанда 600 рейс кисектерелде. Баш
ҡала регионында автобустар һәм трамвайҙар хәрәкәте тулыһынса туҡталды, ҡала-
тирә тимер юлы линияларында поездар тотҡарлыҡтар менән йөрөнө, ә Сена йылғаһы
аша һалынған күперҙәрҙең береһендә, һауа шарттары тыуҙырған проблемалар
арҡаһында, пассажирҙары менән поезд бикләнеп ҡалды.
Лондондың “Хитроу”
аэропортында ла йөҙҙәрсә авиарейс кисектерелде. Уның хеҙмәткәрҙәре ҡарҙы
таҙартыу өсөн бөтә техниканы ла файҙаланып ҡараны, әммә был да әҙ булып сыҡты.
Тиҫтәләрсә мең пассажир рейстарҙы кисектереүҙән зыян күрҙе.
Автотрассаларҙа ла хәлдәр
мөшкөл, уларҙың күбеһе водителдәр өсөн боҙ ҡапҡанына әйләнде. Һәләкәттәр һаны
бермә- бер артты.
Немецтарҙың Майндағы
Франкфурт аэропортында йәкшәмбе көн 300 рейс кисектерелде, юлдарҙа күп
километрлы тығындар барлыҡҡа килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий