понедельник, 28 января 2013 г.

Берлускони Муссолиниҙы Холокост ҡорбандарын хәтерләү көнөндә маҡтаны.



Февралдә үтәсәк һайлауҙарҙа йәнә хөкүмәт башлығы креслоһы өсөн көрәшергә ниәтләгән Италияның элекке премьер- министры Сильвио Берлускони Холокост ҡорбандарын хәтерләү көнөндә Бенито Муссолиниҙың эшмәкәрлеге хаҡындағы белдереүҙәре арҡаһында ҡаты тәнҡит утына дусар булды.
Йәкшәмбе көн Миланда, нацист концлагерҙарына депортацияланған йәһүдтәрҙе иҫкә алыу сараһында, Берлускони фашистик Италияның расалар законын Муссолиниҙың иң ҙур ғәйебе тип атаны, әммә башҡа өлкәләрҙә диктаторҙың күп файҙалы эштәр атҡарыуын әйтеп үтте:
 “Германия менән альянс сиктәрендә беҙгә йәһүдтәр менән көрәш һәм уларҙы юҡ итеү көсләп тағылды. Расалар законы Муссолиниҙың иң ҙур ғәйебе булып тора, әммә башҡа өлкәләрҙә был кеше бик күп яҡшы эштәр башҡарҙы.”
Берлускони дучены тәүге тапҡыр ғына яҡламай. 10 йыл элек, премьер вазифаһын биләгәндә, ул Муссолиниҙың бер кемде лә үлтермәүе хаҡында белдергәйне. Гитлер союздашы ирешкән уңыштар тураһында һөйләгәндә, ул, моғайын, ижтимағи эштәр һәм халыҡтың мәшғүллек программаһының уңышлы атҡарылыуын күҙ уңында тотҡандыр. Раса закондарына килгәндә, һүҙ эфиоптар һәм ғәрәптәр менән ҡатнаш ғаиләләр төҙөүҙе тыйыу һәм йәһүдтәрҙең хоҡуҡтарын сикләү хаҡындағы декрет тураһында бара.



Комментариев нет:

Отправить комментарий