понедельник, 28 января 2013 г.

Мадрид. Балалары урланған ата- әсәләр ғәҙеллеккә өмөтләнә.



Уҙған быуаттың 40-90-сы йылдарында урланған балаларҙың ата-әсәләре, туғандары марш менән Испания баш ҡалаһы буйлап үтте һәм ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыуҙы, бығаса ябыҡ булған суд эштәрен ҡайтанан асыуҙы талап итте. Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, 2 мең самаһы эш кенә ҡайтанан ҡаралған һәм 70 проценты ғына ентекләп тикшерелгән.

Балалар Франко идара иткән осорҙа яңы ата-әсәйле булған, 90-сы йылдарҙа иһә ҡайһы бер балалар тыуғас та урланған һәм балаһыҙ ғаиләләргә бирелгән йәки һатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий