вторник, 29 января 2013 г.

Йыһанды үҙләштереүгә маймыл үҙ өлөшөн индерҙе.



Иран биоҡаптағы маймыл менән йыһан карабын уңышлы осороуға иреште.  Илдең оборона министрлығы белдереүе буйынса, Иран 2020 йылға ҡәҙәр йыһанға кешене осороу проектын тормошҡа ашырыу юлында “ҙур аҙым яһаны.” Әйтергә кәрәк, әлегә 120 километр бейеклеккә маймыл китте һәм, Иран йыһан ведомствоһын ҡыуандырып, Ергә имен- аман әйләнеп ҡайтты.
Был ваҡиға 11 февралдә билдәләнәсәк милли байрамға- 1979 йылғы Ислам революцияһы көнөнә төбәп атҡарылды. Өс йыл алдараҡ Таһран үҙендә етештерелгән, бортында сысҡандар һәм ташбаҡалар булған “Кавешгяр-3”ракета- осорғосон ебәргәйне.

Ракета ебәреүҙе Вашингтон һағайып ҡабул итте, сөнки улар быны БМО Именлек Советы резолюцияһын боҙоу, тип иҫәпләй. Ирандың хәрби һәм йыһан асыштары иҫ киткес ҡеүәткә эйә булған, хатта ядро зарядлы, ҙур радиуслы баллистик ракеталар төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя, тип иҫәпләй Көнбайыш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий