вторник, 29 января 2013 г.

Мали: радикалдар Тимбуктула боронғо ҡулъяҙмаларҙы яндырғандар.



Тимбуктула мали һәм француз хәрбиҙәрен халыҡ шатланып ҡаршы алды, күптәренең ҡулында Франция флагтары ине. Ҡала, армия вәкилдәре хәбәр итеүенсә, ҡаршылыҡһыҙ, атыш-фәләнһеҙ алынған. Боевиктар, француз- мали частары менән алышҡа инмәйенсә, ҡаланы ҡалдырып китеүҙе хуп күргән.
Сигенгәндә, радикалдар уникаль документтар һаҡлағысын- тиҫтәләрсә мең боронғо ҡулъяҙмалар һаҡланған Әхмәт Баба институты китапханаһын яндырған.
Улар 300-400 йылдан боронораҡ бөтә мәсет һәм кәшәнәләрҙе юҡ итеүҙәре хаҡында белдерҙе, сөнки уларҙың дине быны ҡабул итмәй,-”тине китапхана хеҙмәткәре.
Әхмәт Баба институты китапханаһы ЮНЕСКО ярҙамында Мали хөкүмәте тарафынан төҙөлгәйне. Бындағы иң боронғо ҡулъяҙмалар XII быуатҡа ҡарай. Экстремистар һалған зыян әлегә иҫәпләнмәгән.
Исламистар Тимбуктуны 10 ай буйы контролдә тотто. Әлеге мәлдә мали һәм француз хәрбиҙәре алдында Тимбуктула именлекте тәьмин итеү һәм тәртип булдырыу мәсьәләһе тора. Хөкүмәт ғәскәрҙәре халыҡ йәшәгән кварталдарҙы һәм магистралдәрҙе тикшерә, ә францух хәрбиҙәре ҡала ситендә контроль постары урынлаштыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий