среда, 30 января 2013 г.

Обама: иммиграцияның “масштаблы реформаһына”ваҡыт етте.



АҠШ президенты Барак Обама Лас-Вегаста иммиграцион система реформаһы хаҡында сығыш яһаны. Был мәлде Америка гражданлығын алырға өмөтләнгән 11 миллион легаль булмаған иммигрант түҙемһеҙләнеп көткәйне.

“Мин бөгөн бында, сөнки төптән уйлап, бөтөнөһөн эсенә алған иммиграция системаһын үткәрергә ваҡыт етте. Әгәр Конгресс эште йәһәт атҡара алмаһа, мин үҙ проектымды тәҡдим итәсәкмен һәм уларҙың дөрөҫ тауыш биреүҙәрен талап итәсәкмен.”

Президент Обаманың реформаһы өс өлөштән тора. Беренсеһе- ил сиктәрен нығытыу. Икенсеһе-хеҙмәткәрҙәрҙе документтарһыҙ эшкә алған компанияларға ҡаршы саралар күреү. Өсөнсөһө-легаль булмаған иммигранттарҙы гражданлыҡ алғанға ҡәҙәр яуаплылыҡҡа тарттырыу. Был иһә һалымдар, штрафтар түләү, инглиз телен өйрәнеү һәм биографик тикшереүҙәр үтеү тигән һүҙ. Дүртенсеһе-иммиграцион системаны  хеҙмәткәрҙәр һәм эш биреүселәр өсөн аңлайышлы итеү.

Комментариев нет:

Отправить комментарий